Велосипедта йөрөргә яратаһыңмы? Улайһа, был ярыш һинең өсөн!
Иртәгә Бөтә донъя велосипед көнө уңайынан, Стәрлетамаҡта велоуҙыш үткәрелә. Был сара сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, халыҡтың физик һәм рухи-әхлаҡи сәләмәтлеген тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Велосипедсылар Төҙөүселәр урамындағы аллея буйлап старт алып финишҡа( Ҡ.Моратов урамы) тиклем етергә тейеш.