Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
3 Июнь 2021, 06:30

2024 йылға инвалидтар өсөн 600 эш урыны булдырыласаҡ.

Быйылғы йылда Башҡортостан бюджетынан 125 инвалидты эшкә урынлаштырыу өсөн 11,1 миллион һум аҡса бүленгән.

Май урталарында 67 эш урыны булдырылһа, 2024 йылға 600 эш урыны булдырыласаҡ тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
- Инвалидтарҙы эшкә урынлашырыу проблемаһы әлеге көндә бик ныҡ актуаль булып тора. Уларҙы эш менән тәьмин итеү, эшләүгә, профессиональ яҡтан бөтә һәләттәрен үҫтереү, уларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген биреү әлеге көндә беҙҙең төп бурысыбыҙ. 2010 йылдан башлап, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эш менән тәьмин итеү өсөн 2195 эш урыны булдырылды”, - ти Ғаилә һәм хеҙмәт министрының беренсе урынбаҫары Ю.Мельников.
Читайте нас