Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
4 Июнь 2021, 11:56

Ҙур килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡорт сода компанияһының генераль директоры Эдуард Давыдов республика территорияһында инвестициялар күләме 27,6 миллиадр һумлыҡ булған предприятиеларға ҡағылышлы ҙур проектты тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Һүҙ хлор һәм каустик соданы мембраналы электролизлау ысулы менән етештереү тураһында бара. Был проекттың мөһимлеге булып иҫкергән етештереү технологияларын замансаға алыштырыу тора. Мембраналы технологиялар экологик яҡтан таҙа һәм юғары сифатлы, ул ғына ла түгел, сағыштырмаса түбән сығымдар талап итәсәк тигән фекерҙә улар.
Мембраналар электролизлауын ҡуйыуға замансараҡ күсеү етештереү ҡеүәтен арттырыу мөмкинлеген генә биреп ҡалмай, терегөмөш майҙансыҡтарын да ябырға ярҙам итәсәк. Был үҙ сиратында хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын һәм экологик шарттарҙы яҡшыртыуға килтерә.
Читайте нас