Бына 2020 йылда ғына 18 йәшкә тиклемге балаларҙа 116 яман шеш осрағы теркәлгән. Йышыраҡ лейкемия, үҙәк нерв системаһы яман шеше, һөйәк саркомаһы, лимфома диагнодары ҡуйыла.
Махсуслаштырылган, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн 2024 йылда республикала Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге асыласаҡ. Ул Рәсәй президенты В. Путин ҡушыуы буйынса эшләнгән “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә, Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында төҙөләсәк.