Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
7 Июнь 2021, 07:17

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 6-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында (Строймаш ҡасабаһы) беренсе тапҡыр хөкөм ителгән бер иргә ғаиләһе менән бергә йәшәргә рөхсәт ителгән.

Был ҡарар уға яҡшы тәртибе һәм колония эсендәге өлгөлө хеҙмәте өсөн сығарыла.

Колония ҡапҡаһы тышында уны ҡатыны һәм ҡыҙы ҡыуанып ҡаршы алғандар.
"Ғаиләһе менән йәшәһә лә, йәкшәмбенән тыш, колония территорияһында урынлашҡан эш урынына килергә тейеш", тип белдерҙе Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы.
Колониянан ситтә ғаиләһе менән йәшәү мөмкинлеге беренсе тапҡыр бирелә. Был практика хөкөм ителеүселәрҙең яҡшы тәртибенә этәргес көс булып тора, тине колония етәксеһе Илнар Ғилфанов.
Читайте нас