Стәрлетамаҡта әсәһенән тартып алынған малайҙа яман шеш тапҡандар.
Опека органдары уңайлы йәшәү шарттары булмаған өсөн 12 йәшлек Ваняны әсәһенән тартып алғайны: уларҙың бәләкәй генә фатирында бәҙрәф тә, ванна ла булмаған. Шул уҡ ваҡытта малайҙың әсәһенең алама ғәҙәттәре юҡ, уның 14 мең һумлыҡ хеҙмәт хаҡы бурысты түләргә һәм ашарға ғына етә.