– Беҙҙәге кешеләр өсөн интернат – ул икенсе өй, – тип һүҙен башланы интернат директоры Илдар Биктимеров. Психоневрология интернатында 18 йәштән алып төрлө психик ауырыуҙарға дусар булған ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарауһыҙ ҡалған оло йәштәге инәйҙәр йәшәй. Хатта оло йәштәгеләр ятҡан бүлек тә “шәфҡәтлелек бүлеге” тип исемләнгән.
– Оло йәштәгеләр тора-бара яҡын кешеңә әйләнеп китә. Улар үҙҙәре лә “улым” тип өндәшкәс, күңелгә рәхәт. Саҡ ҡына бармайыраҡ торһам да үҙҙәрен һағынам. Көн һайын инеп хәлдәрен белешеү ғәҙәткә ингән, Стәрлетамаҡ писхоневрология интернатына эшкә килмәҫ элек, Салауат ҡалаһының ирҙәр өсөн тәғәйенләнгән психоневрология интернатында эшләнем. Социаль хеҙмәткәр эшен 2003 йылдан алып башҡарам, – тип был һөнәрҙе осраҡлы һайламауы тураһында һөйләй Илдар Харрас улы.
Психоневрология интернаты тип аталһа ла, бында тәрбиәләнеүселәр баҡсала төрлө сәскәләр, еләк-емеш тә үҫтерә, ҡул эштәре менән булыша, төрлө хайуандарҙы ҡарайҙар. Интернатта ат менән ҡуян да бар икән. Баҡтиһәң, бындай аралашыу – үҙе үк дауалау алымы.
– Беҙҙә тәрбиә эше йәш үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп алып барыла, шуға күрә үҙ үҙенә йомолоп, депрессияға бирелеп, күңелһеҙләнергә ваҡыттары ҡалмай – һәр кем яратҡан эше менән мәшғүл. Ҡалала уҙғарылған төрлө сараларға ла сығып йөрөйбөҙ, мәсеткә лә, театрҙарға ла барабыҙ. Интернатта төрлө конкурстар, әңгәмәләр, йыйылыштар үткәрелеп тора. Мәҫәлән, бына яңыраҡ ҡына Бөрө ҡалаһында Республика кескәй фольклориада фестивалендә ҡатнаштыҡ, бөтә төбәктәрҙәге психоневрология интернаттары араһында уҙғарылған сарала беҙҙең ҡыҙҙар Ҡытай илен күрһәтеп сығыш яһаны һәм үҙҙәренең ҡул эштәре күргәҙмәһен дә ойошторҙо.
Төрлө бүләктәр, грамоталар алып ҡыуанып ҡайттылар. Төрлө байрамдарҙы бергәләшеп, бер-береһенә концерт номерҙарын әҙерләп, йәмле итеп үткәрәбеҙ, – тип әңгәмәне интернаттың мәҙәни бүлеге етәксеһе Айгөл Ғүмәрова дауам итә.
Бында шиғыр ятларға оҫта, йырбейеү һәләтенә эйә булған кешеләр ҙә бар икән. Спорт буйынса ла алдынғы урындар алыусы ҡыҙҙар бар, улар, йыл һайын футбол командаһы интернаттар араһында ойошторолған ярыштарҙа ҡатнашып, гел беренсе урындар яулай. Барлыҡ мәҙәни-күңел асыу сараларында ла үҙҙәре теләп ҡатнаша.
– Бында улар татыу, ҙур ғаилә булып, бер-береһенә ярҙам итешеп йәшәйҙәр. Ирекле рәүештә туғандары менән дә осрашып, аралашып торалар. Әгәр ҙә тыуған яҡтарына ҡайтырға йәки туғандары алып ҡайтырға теләк белдереүселәр булһа, көсләп тотмайбыҙ.Табиптан махсус ҡағыҙ алып, опекунлыҡ юллап алырға теләүселәргә ҡаршы төшмәбеҙ, – ти интернат тормошо тураһында директор Илдар Биктимеров.
Әлеге ваҡытта психоневрология интернатында күп төрлө файҙалы эштәр эшләнә. Өйгә оҡшаш тип аталған айырым бүлектәр ҙә бар, ундағы ҡыҙҙар ниндәй ҙә булһа эш эшләп, үҙ хеҙмәтенең емештәренә ҡыуанып, үҙен ҡараусы кешеһе менән ирекле рәүештә ҡалаға сығып йөрөй ала. Ундағы һәр ҡатын-ҡыҙға ҡарата шәхси план төҙөлгән. Ошонан һуң нисек уны икенсе өй тип атамайһың инде? Әлбиттә, етәкселәре хаҡлы.
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте, депутаттар, бағыусылар килеп ярҙам итеп тора икән. Стәрлетамаҡ психоневрология интернаты ҡаланың 1-се һәм 2-се дауаханалары менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Улар һәр ваҡыт медицина тикшереүҙәрен үткәрергә, ныҡ ауырып киткәндәрҙе дауаханаға урынлаштырырға ярҙам итә.
– Әлбиттә, эшебеҙ еңел түгел. Барыһы ла социаль хеҙмәткәр була алмай. Беҙҙең эштә сабырлыҡ кәрәк, ололар менән, психик яҡтан ауырыу булған кешеләр менән уртаҡ тел таба белеү, уларҙы яратыу мөһим. Эшләгән коллективым менән ғорурланам, бик татыубыҙ. Бында оло йөрәкле, мәрхәмәтле, шәфҡәтле кешеләр генә эшләй ала. Һөнәри байрамыбыҙ менән барлыҡ хеҙмәттәштеремде тәбрикләйем, тағы ла оҙаҡ йылдар бергә матур итеп эшләргә яҙһын, – тине хушлашҡанда Илдар Харрас улы.
Кешеләрҙе яратҡан, үҙҙәре шәфҡәтле булған ошондай матур һөнәр эйәләре тирә-яҡҡа йәм, ҡот өләшеп, “социаль хеҙмәтләндереү” тигән төшөнсәгә күңел йылыһы һалып, туғандарса мөнәсәбәт күрһәтеп йәшәй һәм эшләй. Ҡалала оло йәштәгеләрҙең, ярҙамға мохтаждарҙың таянысы булғандарға мең рәхмәт!
Г.Ҡыуатова.