Тик иҡтисадсылар был эшкә йылына 18 млдр һум аҡса йүнәлтеләсәк, ә был сумманы дәүләт ҡаҙнаһы күтәрә алмаясаҡ тип тәнҡитләй.
“Берҙәм Рәсәй ” фракцияһы әйтеүенсә, ысынлап та бының өсөн йыл һайын 18млдр тиклем аҡса кәрәк буласаҡ. Барыһы ла риза, финанслау кәрәк, әммә аҡса бүлеү планын теүәл генә итеп иҫәпләргә тейешбеҙ, тиҙәр.
Әйткәндәй, бындай тәжрибә сит илдәрҙә күптән бар. Мәҫәлән, Германияла 2014 йылдан алып түләнһә, Швейцарияла 2012 йылдан алып индерелгән. Был түләүҙәрҙең төп идеяһы ауыр тормош хәленә ҡалған осраҡта ла(мәҫәлән, эшһеҙ ҡалһа) тыныс ҡына икенсе эш ерен эҙләү хоҡуғын биреү. Нисек был юлдан сығырға, ҡайҙан аҡса табырға тигән борсолоуҙарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итеү.
Нисек кенә булмаһын, Рәсәйҙә был әлегә проект ҡына шул, ундай шәп идея тормошҡа ашырмы-юҡмы - илдең ҡаҙнаһынан тора, ә ҡаҙна, әйтергә кәрәк, әлегә ул тиклем аҡсалар бүлеү өсөн иҫәпләнмәгән, әммә киләсәктә был проектты нисек тә булһа ла тормошҡа ашырырға тырышырбыҙ , ти Рәсәй иҫәп палатаһы етәксеһе Алексей Кудрин.