Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Общие статьи
9 Июня 2021, 04:37

Тағы мәктәп, тағы ҡорал һәм яраланған балалар...

Волгоград ҡалаһында бер ир үҫмерҙәргә пневматик ҡоралдан атҡан.

Волгоград өлкәһенең Волжск ҡалаһындағы мәктәп янында бер ир атыш ойошторған. Ул ике үҫмергә пневматик ҡоралдан атып ҡасҡан. Ярай әле был хәлде күргән директор урынбаҫары тиҙ генә ярҙам саҡырып өлгөргән.
"Берәүһенең тубығы, икенсеһенең яурыны яраланған. Әлеге ваҡытта билдәһеҙ ирҙе эҙләйҙәр", - тине Волгоград өлкәһенең йәмәғәт бәйләнештәре һәм мәғлүмәт бүлеге начальнигы урынбаҫары Антон Корнаухов.
Читайте нас