Һәр бер тауыш биреүсе үҙҙәренең ҡалаларындағы парк, сквер, аллея, йәйәүлеләр зонаһын, яр буйҙарын һәм урамдарҙы төҙөкләндереү объекттарын һайлаған.
БР-ның торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда ике йыл эсендә 288 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, ағымдағы йылда тағы ла 146 территория планлаштырыла.
«Сайтта барыһы 5877 төҙөкләндереү объекттары бирелгәйне. Тауыш биреү 26 апрелдән 30 майға тиклем барҙы, унда 84 регион, 1463 муниципалитет ҡатнашҡан. Бөтә Рәсәй платформаһында Башҡортостандан 149 объект күрһәтелгән ине, ти “Диалог Регионы” ның генераль директоры Алексей Гореславский.