Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Общие статьи
10 Июня 2021, 06:36

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) фестиваленә саҡырабыҙ!

17 июндән 19-на тиклем Стәрлетамаҡта “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы йәйге фестиваленең финалы үтәсәк.

Был сара Стәрлетамаҡ йәштәрен физик тәрбиәләү маҡсатында кешеләрҙе һауыҡтырыуға һәм спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән программа нигеҙендә ойоштороласаҡ. Ул 32, 33 мәктәптәрҙең спорт майҙансыҡтарында уҙғарыла. 11-15 йәшлек уҡыусыларға был фестиваль дуҫтар менән осрашырға, көсөңдө тикшереп ҡарарға һәм тырышлыҡтарыңдың һөҙөмтәһен күреү өсөн йәнә бер мөмкинлек бит. Ҡатнашыусыларҙы ГТО нормаларына ярашлы төрлө һынауҙар көтә.
ГТО йәйге фестивален асыу тантанаһы 18 июнь көндө сәғәт иртәнге 10.00 , 32-се мәктәп янында буласаҡ.
Читайте нас