Сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем һабантуйҙы асыу тантанаһы була, артабан көн дауамында тамашасыларҙы төрлө халыҡтарҙың милли ихаталары һәм башҡорт халҡының этнотирмәһен ҡороу презентацияһы, милли уйындар – һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, атта сабышыу һәм башҡа халыҡ уйындары, ауыл хужалығы хайуандары күргәҙмәһе, байрамдың иң тамашалы ярыштарының береһе – милли көрәш һәм башҡа спорт ярыштары үтәсәк, балалар өсөн махсус майҙансыҡтар, китапхана һәм хәрби патриотик майҙансыҡтар эшләйәсәк. Шулай уҡ теләгән һәр кем “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!” тигән сарала ҡатнашып, ижади һәләтен күрһәтә ала. Шәп сюрприздар, йылы тойғолар, матур иҫтәлектәр алып, баллапмайлап сәй эсергә теләйһегеҙме? Улайһа, һабантуй байрамына рәхим итегеҙ!
Ойоштороу комитеты.
Фото интернет селтәренән алынды.