Уның актер карьераһы Башҡорт ҡурсаҡ театрында башлана. Сыңғыҙ Айтматовтың «Аҡ пароход» повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә малай, Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесының сәхнә вариантында Ғәлимә, А.Толстойҙың «Буратино мажаралары» спектаклендә Буратино образдары өсөн башҡорт актрисаһы республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһы менән бүләкләнә.
Венера Рәхимова «Белмәҫйән Айҙа»(Незнайка на Луне) мультсериалында Белмәҫйәнде, федераль каналдарҙағы балалар телетапшырыуҙарында төрлө персонаждарҙы тауышландырыуы менән киң билдәлелек яулай. Бер нисә йыл элек ул дауаханала ятҡан балалар өсөн Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһында ҡатнашып «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр» программаһынан Степашка ролен башҡара. Әле актриса Мәскәүҙә йәшәй.
Венера Тимерхан ҡыҙын ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!
"Ҡоролтай" төркөмөнән алынды.