Башҡортостанда үткәреләсәк Бөтә донъя фольклориадаһында 800 тирәһе ирекмән эшләйәсәк. Уларҙың барыһы ла коронавирус инфекцияһынан прививка яһата. Күбеһе ирекле рәүештә вакцинаның беренсе компонентын эшләткән, хәҙер табиптар уларға икенсеһен ҡаҙай.
"VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлеккә бәйле ике ҡарар бар, - тип белдерҙе "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының эпидемиологик күҙәтеү бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Шаһиева. – Беренсеһе - 2021 йылдың 3 – 10 июлендә VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙы иммунизациялау тураһында 2021 йылдың 2 апрелендәге ҡарар. 2021 йылдың 26 майында ҡабул ителгән икенсеһе - 2021 йылдың 3 – 10 июлендә VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашасаҡ айырым хеҙмәткәрҙәрҙе эсәк-ҡарын инфекцияларын ҡуҙғатыусыларҙы йөрөтөүгә лаборатория тикшереүҙәре хаҡында".
Фольклориадала эшләйәсәк ирекмәндәрҙең 780-нең дифтерияға, 737-һе- ҡыҙылсаға, 292-һенең 18-25 йәштә ҡыҙамыҡҡа ҡаршы прививка эшләткәне хаҡында белешмәһе бар.
Үткәреләсәк сараларҙа барлыҡ санитария-эпидемиология саралары күҙәтеләсәк. Ойоштороусылар һәм ирекмәндәр 100 процент вакцинациялағанда ла битлек режимы һаҡланасаҡ.