Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
15 Июнь 2021, 09:54

Аҡсаһын һаман килеп алмай,ти.

13 июнь көндө Стәрлетамаҡта билдәһеҙ бер кеше лотереяға 2,4 миллион һум аҡса отҡан.

Дәүләт лотереяһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул һаман да булһа үҙенең аҡсаһын алырга килмәгән. Уның был билетты Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы лотерея киоскыһынан һатып алыуы ғына билдәле.
Лотерея ҡағиҙәләре буйынса, приз алыу өсөн лотерея билетындағы беренсе өлөштә биш һанды алдан дөрөҫ фаразлап һыҙырға кәрәк икән. Шул уҡ ваҡытта билет хужаһы икенсе өлөштә бер һанды дөрөҫ билдәләҫкә тейеш. Стәрлетамаҡта йәшәүсе, әлегә билдәһеҙ был кеше билеттың беренсе өлөшөндә 28, 21, 16, 17 һәм 9 һанын дөрөҫ яҙған, ә икенсе өлөшөндәге 2 һанын дөрөҫ фаразламаған килеп сыға. Һәм шул уны мультимиллионер иткән!

Читайте нас