Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
15 Июнь 2021, 08:11

Борай районындағы һабантуйҙа ат сабышы бәхетһеҙ осраҡ менән тамамланған.

Элек-электән һабантуйҙың иң ҡыҙыҡ, иң мөһим күренеше ат ярышы була торғайны. Тик һуңғы ваҡытта йә аттар, йә кешеләр бындай ярыштарҙан зыян күрә башланы. Мәҫәлән, Татарстандың Балтасы ҡасабаһында үткән һабантуй мәлендә арба егелгән ат, идараны юғалтып, ҡапыл ситтә ҡарап торған кешеләр төркөмө араһына барып инә. Күңелһеҙ хәл тураһында “Татар-информ” мәғлүмәт агентлығы ла хәбәр итеп, ат менән бәйле инцидент ваҡытында 15 йәшлек үҫмерҙең зыян күреүе хаҡында яҙып сыҡты. Ә бына Борай районындағы һабантуйҙа ат ярышы ваҡытында ҡапыл аттың аяғы һына. Ундағы хәлдең нисек тамамланыуы тураһында әлегә билдәһеҙ.

Читайте нас