Билдәле булыуынса, уның эштән китеүе Берҙәм Рәсәй партияһынан Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа ҡатнашыуға бәйле. Стәрлетамаҡ округы буйынса праймериз һөҙөмтәләре буйынса исемлектә беренсе урынды биләй.
Баш автоинспектор вазифаһын хәҙер -полиция полковнигы Владимир Севастьянов башҡарасаҡ.
Динар Заһит улы үҙенең Дәүләт Думаһына депутат булып кандидатураһын тәҡдим итәсәге тураһында ла әйткән ине. “Мин Эске эштәр министрлығында 30 йылдан артыҡ эшләнем, һәр эштең аҙағы булырға тейеш”, - тигән фекерҙә ул.