Республикала тәүгә тапшырылған был миҙал көмөштән эшләнгән. Был миҙалға Стәрлетамаҡтан алты кеше эйә булды.
Республика Башлығы миҙалдарҙы Башҡортостандың милли оркестрының халыҡ ҡоралдары уйнаған тантаналы көй оҙатыуында тапшырҙы. Ысынлап та, миҙалды төрлө һөнәр эйәләренең алыуы иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, Александр Бурсетков Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында аппаратсы булып эшләһә, Ольга Васильева юл эшсеһе икән. Шулай уҡ, яҡташтарыбыҙ Рәмил Кләвлин,Юрий Никифоров,Рәүил Йәнбүхтинға ла “Хеҙмәт даны” тапшырылды.
Миҙалда ҡурай сәскәһен ҡосҡан ҡулдар һынландырылған. Уң яғына башаҡ, һул яғына тешле тәгәрмәс ҡуйылған, улар таҫмалар менән уратып алынған. Өҫтөндә - “Башҡортостан Республикаһы”, аҫтында “Хеҙмәт даны” тип яҙылған. Миҙалдың икенсе яғында баҫыу һүрәтләнгән.