Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
16 Июнь 2021, 03:27

Мәктәп уҡыусылары өсөн 10 мең һум.

Рәсәй президенты Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләргә (6-18 йәшлек һәр балаға) ун мең һум түләнәсәген әйткәйне. Ғаризаларҙы ҡабул итеү көндәре билдәле булды. Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең сайтта:

Ата-әсәләр балаларын мәктәпкә әҙерләһен һәм кәрәкле әйберҙәр һатып алһын өсөн аҡса август уртаһында күсерелә. Тик уны алыу өсөн ғаризаларҙы ҡабул итеү 15 июльдә башланасаҡ, тип хәбәр иткән вице-премьер Татьяна Голикова. Ғаризаларҙы дәүләт хеҙмәте порталы йә пенсия фонды аша тапшырырға була.
Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, был түләү дөйөм белем биреү программаһы буйынса уҡыуҙарын дауам иткән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға ла ( 18- 23 йәшкә тиклемге) ла түләнәсәк.
Хөкүмәт ярҙамы 19,5 млн кешегә бирелер тип көтөлә. Бының өсөн документтар йыйырға кәрәкмәй. Дәүләт хеҙмәте порталында ғариза яҙыу ҙа етә.
Читайте нас