Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев һәм ҡала Советы рәйесе Сергей Бойков, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Ғәзизов барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотлап, оҙаҡ йылдар буйына хеҙмәтенә тоғро булған, иң алдынғы медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡала хакимиәте исеменән маҡтау ҡағыҙҙары, федераль һәм республика наградалары менән бүләкләне.
– Әлеге байрам – һөнәри яҡтан берләшкән кешеләрҙеке генә түгел, был көн кеше ҡайғыһын үҙенекеләй ҡабул итеп, ауырыуҙарҙың борсолоуҙарын аңлап, һаулыҡтары, ғүмерҙәре ҡурҡыныс аҫтында булғандарға ярҙам күрһәтеүсе, ғәҙел, намыҫ менән эшләп йөрөүселәрҙе берләштерә. Медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәре борондан хөрмәткә лайыҡ булған. Ауырыған кешеләрҙең ҡапыл аяҡҡа баҫыуы, тулы тормош менән ҡабаттан йәшәй башлауы табиптарҙың талантына бәйле. Һеҙ барығыҙ ҙа талантлыһығыҙ! Коронавирус менән көрәшкәндә лә һеҙ үҙегеҙҙе бары тик яҡшы яҡтан ғына күрһәттегеҙ, бик күп кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалдығыҙ! Яуаплы, ауыр һөнәрегеҙгә тоғро булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тине Михаил Григорьев.
Ирина Вячеславовна медицина хеҙмәткәрҙәрен үҙе бер ҙур армия тине:
– Башҡортостанда 80 мең медицина хеҙмәткәре бар. Беҙҙә 15 мең табип, 35 мең шәфҡәт туташы эшләй. Беҙҙең армия – иң көслөһө!
Һеҙҙең юғары профессионаллегегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, батырлығығыҙ һәм шәфҡәтегеҙ, иң ҡатмарлы шарттарҙа ла ҡарар ҡабул итә белгәнегеҙ һәм оҫта эш иткәнегеҙ өсөн бөтә пациенттарығыҙ, кешеләр исеменән рәхмәт белдерәм. Изге йөрәгегеҙ өсөн рәхмәт, – тип белдерҙе ул.
Бүләкләү тантанаһы ҡаланың ижади коллективтарының дәртле сығышы менән үрелеп барҙы. “Антре” заманса бейеүҙәр ансамбле, “Илһам” үҙешмәкәр вокал ансамбле, “Иркен” гармунсылар ансамбле һәүәҫкәрҙәре сығыштарын айырыуса яратып, дәррәү алҡышҡа күмделәр.
Сараның иң тулҡынландырғыс һәм һағышлы өлөшө мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу булғандыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тажлы вирус береһен дә аяманы. Республикабыҙҙың арҙаҡлы, бик күп билдәле шәхестәрен юғалттыҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәре араһынан булғандарҙы, ошо һөнәри байрам көндәрендә иҫкә алып, бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Зәңгәр экранда мәрхүм булған аҡ халатлыларыбыҙҙың шат йылмайған йөҙҙәре һәр беребеҙҙең күҙ алдына баҫты. Уларҙы белгәндәр генә түгел, хатта концерт ҡарарға тип килгән һәр тамашасының күңеле тулып, күҙҙәренә үҙенән-үҙе йәш эркелде. Ә бит уйлап ҡараһаң, табиптарҙың эше ни тиклем ауыр һәм яуаплы икәнлеген күптәр белеп тә, аңлап та бөтмәйҙер. Бар халыҡтың сәләмәтлеге – улар иңендә. Ҡалабыҙҙың аҡ халатлы, шәфҡәтле фәрештәләрен байрамдары менән ҡотлайыҡ, хеҙмәттәренә ҡарата һәр саҡ ихтирамлы, рәхмәтле һәм иғтибарлы булайыҡ!