Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
18 Июнь 2021, 09:17

Битегеҙ сабый тәнендәй йомшаҡ ҡына булһын тиһәгеҙ...

Бер ниндәй ҙә тональ крем кәрәкмәй, әгәр ҙә һоло ярмаһы менән йыуынһаң! ( Геркулес, овсяные хлопья)

Электән ҡулланып ҡараған, ышаныслы рецепт - битте һоло ярмаһы менән йыуыу. Йыуғандан һуң битегеҙ йомшаҡ ҡына булып ҡаласаҡ! Биттәге бөтә ҡара нөктәләр, һөйәлдәр, һипкелдәр һәм күҙ төбөндәге күгәреп тороуҙар юҡҡа сыға йәһәт кенә!

Һоло ярмаһы менән йыуыныу айырыуса кемдәрҙең биттәре майлы- шуларға тәғәйенләнгән, шулай уҡ боҙолоп торған бит тиреһенә, ауырыу кеүек йөҙ өсөн яҡшы.
Бының бөтәһенән дә битте һоло ярмаһы менән йыуыу ярҙам итәсәк! Нисек ҡулланырға һуң?!

Бер ус һоло ярмаһын алабыҙ ( эрерәк тә, вағыраҡ та бара). Һолоно уста ныҡ итеп ҡыҫып, ағып торған йылы һыуға килтерәбеҙ 1 минут тирәһе генә. Һыуланған һоло ярмаһы менән битте ышҡый башларға. Инде бер-нисә секундтан һоло ярмаһы һабын һымаҡ күперә башлай.

Файҙалы кәңәш. Битте һоло ярмаһы менән йыуыр алдынан раковинаға марля һалыр кәрәк, һыу юлы тығылмаһын өсөн. Борсолоу кәрәкмәй, әгәр ҙә бит боҙола йә кибә башлаған һымаҡ күренһә. Зарарлы матдәләрҙе сығара тире шулай итеп. Аҙна аҙағына ҡарай бөтәһе лә яйлана башлаясаҡ.
Һоло ярмаһы менән йыуыныуҙы иртәле лә, шулай уҡ кисле лә эшләргә була.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас