Әлегә студенттар берләшмәһе араһында коронавирус менән ауырыу кимәле ғәҙәти, ләкин юғары уҡыу йорттарының ятаҡтарында сир сығанаҡтары барлыҡҡа килә башланы.
«Роспотребнадзор менән берлектә был сығанаҡтарҙы бөтөрәбеҙ», — тине Павлов.
Студенттар, 18 йәше тулған граждандар булараҡ, прививка һалдырырға тейеш.
«Кисә Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенең ректорҙар советы ҡарар сығарҙы – көндөҙгө уҡыуға прививкалы студенттар индерелә. Беренсе курс студенттарының бөтәһенә лә прививка яһала, вакцинаһыҙ ятаҡҡа индермәйбеҙ», — тине БДМУ ректоры.
Абитуриенттарҙан документтар ғәҙәти тәртиптә ҡабул ителә, уларҙың күпселеге ситтән тороп ғариза бирә, тип билдәләне ул.
https://www.bashinform.ru/news/1607474-v-bashkirii-studentov-bez-vaktsiny-ne-zaselyat-v-obshchezhitiya/