Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
21 Июнь 2021, 03:31

Радий Хәбиров юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

- 2021 йылдың 2 июленә тиклем бөтәһенә лә күп кеше йөрөгән урындарға, шул иҫәптән майҙандарға, парктарға, скверҙарға, аллеяларға барыуҙан тыйылырға кәрәк.Тулыһынса беҙҙең сайтта уҡырға була:

- 2021 йылдың 22 июненән музейға, күргәҙмә залына, китапханаға, театрға, киноға, концерт залына, мәҙәниәт һарайына барыу өсөн ПЦР-анализдың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә йә иһә вакцинация хаҡында сертификат (йәки беренсе компонентты алыу тураһында белешмә), йә иһә прививка эшләтергә ярамау тураһында белешмә кәрәк;

- 2021 йылдың 29 июненән ошо талап йәмәғәт туҡланыуы өлкәһенә (10 һәм унан күберәк урындар), матурлыҡ салондары, косметик, СПА-салондар, массаж салондары, солярийҙар, мунсалар, сауналар, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, фитнес-клубтар, бассейндар, шифахана-курорт ойошмалары, студент ятаҡтары эшмәкәрлегенә, шулай уҡ дөйөм ҡулланыуҙағы автотранспортта ҡала-ара пассажир ташыуға һәм «Орлан» ҡала яны поезы эшенә ҡағыла.

- Юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға уҡырға инеү өсөн кәрәкле документтар ҡабул итеү, һынауҙар үткәреү, апелляциялар ҡарау дистанцион режимда ойошторола. 18 йәшкә тиклемгеләргә, вакцинация үтеү, прививка эшләтергә ярамау йәки ПЦР-анализдың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмәһе (сертификаты) булғандарға ғына килергә рөхсәт ителә.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас