Йәшерен-батырын түгел, сирҙең көндән көн артыуына бәйле, был түңәрәк өҫтәлдең төп маҡсаты – халыҡты вакцинацияға йәлеп итеү юлы менән мөмкин тиклем коронавирус ауырыуын кәметеү. Сөнки әлеге сиргә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәле берҙәнбер юлы – нәҡ прививка. Был хаҡта сарала ҡатнашҡан БР Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова ла белдерҙе.
Өс төрлөнән береһен һайлап ал.
Билдәле, һуңғы айҙарҙа вакцинацияға ҡарата төрлө имеш-мимештәр ҙә ишетергә тура килә. Берәүҙәр уға ҡарата шик-шөбһә белдерә, икенселәр аңлап ҡабул итә. Кемгә ышанырға һуң?
– Йыл һайын республикабыҙҙа милли календарға ингән прививкалар сиктәрендә миллионлаған кеше вакцинация үтә. Беҙ нәҡ вакцинация арҡаһында ғына полиомиелит, дифтерия кеүек ҡурҡыныс ауырыуҙарҙан ҡотола алдыҡ. Бөгөнгө көндә коронавирусҡа ҡаршы ла вакцина эшләтергәме, юҡмы тигән һорау тыуырға тейеш түгел. Вакцина – мотлаҡ! – тип һөйләп китте Өфө ҡунағы. – Беҙҙә профилактик прививканың өс төрө бар, беҙҙең илдә генә ниндәй вакцина эшләтергә икәнлегенең һайлау мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, Ковивак вакцинаһы – классик технология буйынса эшләнгән һәм ул әүҙемлеге юҡҡа сығарылған, йәғни “үлтерелгән” SARSCoV-2 вирусынан тора. Вакцинаның ҡайһы берҙәрендә көсһөҙләндерелгән тере вирусты ҡулланалар. Нәҡ ошондай юл менән полиомиелитҡа ҡаршы вакцина уйлап табылғайны.
“Спутник V” вакцинаһы кеше өсөн хәүефһеҙ булған вирустан етештерелә. Ике компонентлы вакцинаны оло йәштәгеләр эшләтә ала. Беренсеһенән һуң өс аҙна үткәс икенсеһен эшләйҙәр. Шунан һуң ғына был “хәйләкәр” сирҙән ышаныслы һаҡланыу мөмкинлеге буласаҡ.
”ЭпиВакКорона” – илдә икенсе булып теркәлгән вакцина, коронавирустың яһалма синтезланған пептидтарынан (аҡһымдарынан) тора. Вакцинала пептидтарҙың өс төрө файҙаланылған, шулай уҡ компоненттар организмға үтеп инһен өсөн йөрөтөүсе-аҡһымдар һәм ярҙамсы матдәләр ҡулланылған. Прививка яһатҡан кешенең иммун күҙәнәктәре был пептидтарҙы таный һәм уларға ҡаршы антиесемдәр барлыҡҡа килтерә. Был төр вакцинаны оло йәштәгеләр һәм хроник ауырыуҙары булған кешеләр эшләтә ала, сөнки ул еңел кисерелә.
– Көҙгөлөккә барыбыҙҙы ла коронавирустың яңы тулҡыны көтә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, беҙ 75 процентҡа тиклем кеше юғалтыуыбыҙ ихтимал. Эпидемиялар электән кешеләргә ҙур хәүеф менән янаған, бары тик был сирҙәр нәҡ вакцина арҡаһында юҡ ителгән, уларҙың кәрәклеген аңлап ҡына бөтмәйбеҙ. Мәҫәлән, вакцина препараттарын файҙаланыу сәсәкте бөтөрөүгә булышлыҡ итте. Башҡортостан Республикаһы 2002 йылда полиомиелиттан азат төбәк булараҡ сертификат алды. “Һаулыҡ һаҡлау” өҫтөнлөклө милли проекты буйынса һуңғы биш йылда өҫтәмә рәүештә 5,4 миллион кеше прививка эшләтте. Көҙөн өйҙәрҙә бикләнеп ултырырға теләмәһәгеҙ, вакцина яһатығыҙ, яҡындарығыҙҙы һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! – тине Ирина Вячеславовна.
Вакцинанан түгел, сирҙән үләләр...
– Әлбиттә, прививканан һуң кешеләр үлә тип тә шаштырыусылар етерлек, тик әлеге көндә Рәсәйҙә вакцинанан һуң коронавирус менән үлгәндәр булманы. Киреһенсә, вакцинаһыҙ ҡаты сирҙән ауырып киткәндәр байтаҡ. Ауырыу хәлен, һау белмәҫ, тиҙәр бит. Кемдәр ошо сирлеләр араһында эшләгән, кемдәр уларҙың нисек итеп ыҙалағандарын күргән, кемдәр яҡындарын юғалтҡан, улар, әлбиттә, вакцина сығыу менән барыһы ла йүгереп барып эшләтте. Коронавирус менән ауырыған йөклө ҡатындарҙың ваҡытынан алда бала табып, аҙаҡтан уларҙы юғалтҡандан һуң түккән күҙ йәштәрен бары тик медицина хеҙмәткәрҙәре генә белә. Мин үҙем ике өләсәйемде юғалттым, тормош иптәшем ике тапҡыр был сир менән ауырыны. Кемдәр ошо мөхиткә барып эләкмәгән, зинһар, әллә ауырыйым, әллә юҡ тип ҡурҡып йөрөгәнсе, вакцина эшләтегеҙ һәм тыныс йәшәгеҙ. Бындай сир менән һеҙгә яҡындан танышырға яҙмаһын, – тине күҙ йәштәрен тыя алмай 2-се ҡала дауаханаһының баш табибы Эльвира Ғилуанова.
Коронавирусты тулыһынса еңеп сығыу, тотороҡло коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн барыбыҙ ҙа вакцина яһатырға тейешбеҙ! Барығыҙҙың да был эшкә ҡушылыуын, бөтә райондар һәм ҡалаларҙа ла уға яуаплы ҡарауҙарын һорайбыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Пандемияның өсөнсө тулҡынына юл ҡуймайыҡ! Сирҙәрҙән һаҡланыуҙың төп алымы – вакцина яһатыу икәнен онотмайыҡ, йәмәғәт.