Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
24 Июнь 2021, 04:01

Көслө дауыл беҙҙе лә урап үтмәне.

Стәрлетамаҡ ҡына түгел, башҡа райондарға ла көслө ел ярайһы ғына зыян килтерҙе.

Кисәге көслө дауыл сәбәпле, Стәрлетамаҡ районының Мариинский ауылында әллә күпме йорттоң ҡыйығы һәм ихата ҡоролмалары емерелә. Был дауыл башҡа райондарҙағы шәхси хужалыҡтарға ла зыян килтергән, электр сымдарын өҙгән. Мәҫәлән, Бүздәк тимер юлы вокзалы бинаһының ҡыйығын осора, тимерҙәр янында торған автомобилдәргә төшә.
Бәхеткә күрә, яраланған кешеләр һәм ҡорбандар юҡ. Был ваҡиға республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы контроленә алыныр тигән ышаныстабыҙ.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас