Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
24 Июнь 2021, 13:45

Тарихи таҡталар

1951 йылда, йәғни бынан тап 70 йыл элек, Ташҡурғынан тыуған ауылына кире күсеп ҡайтып, ҡартатайым мәрхүм Хәмитйән Әмирғәле улы Үрге Сәлимдә өй һалғас, ҡартәсәйем мәрхүмә Саҙиҡа Ғәбиҙулла ҡыҙы усаҡлыҡтағы ҡаҙан өҫтөнә ошо ике таҡтаны япҡыс итеп тотона башлай.

14 йылдан һуң, атайым мәрхүм Шәкирйән Хәмитйән улына кейәүгә сығып, 1965 йылда был йортҡа әсәйем мәрхүмә Рәшиҙә Сафиулла ҡыҙы килен булып төшә."Мин оҙатылып килгәндә был ҡырҡлы таҡталар ҡалын ине әле, йылдар буйы бысаҡ менән ҡырып йыуа торғас, ошолай йоҡа ғына булып ҡалды инде" - тип һөйләне ул вафатынан бер нисә йыл элек.
2010 йылда әсәйем баҡый донъяға күскәс, таҡталары килене Зөһрә еңгәйгә мираҫ булып тороп ҡалды.Шулай итеп, инде өсөнсө хужабикәгә хеҙмәт итә быуындан-быуынға күсә килгән был ҡаҙандың өҫтөн япҡыс таҡталар.
Шул тиклем яҡын һәм ҡәҙерле миңә улар. Ауылға, тыуған йортома ҡайтҡан һайын, ҡулыма алып, һыйпап-һыйпап китәм мин был ағас киҫәктәрен. Уларҙан ҡартәсәйем менән әсәйемдең ҡулдарының йылыһын тойғандай булам.
Нигеҙебеҙҙең ҡото булып, Зөһрә еңгәйемдең килененә лә хеҙмәт итер әле был тарихи таҡталар, ә усағында уты һүнмәҫ, ауылыбыҙ мәңге йәшәр, иншаллаһ!
Сәлмән Ярмуллин сәхифәһенән.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас