Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
27 Июнь 2021, 14:58

ЙӨҘ МЕҢ КЕШЕ КӨН ДӘ РЕГИНАНАН ЯҘМАЛАР КӨТӘ.

Стәрлетамаҡ блогеры “Инстаграм”да киң танылыу яулай бара.

Хәҙерге заманда социаль селтәрҙәр менән ҡулланмағандар һирәк. Элегерәк йәштәр генә – “Инстаграм”ға ылыҡһа,бөгөнгө көндә өлкән быуын вәкилдәре лә “Бәйләнештә” сайтына инә, артабан яйлап “Инстаграм”ға күсә башлай, үҫмерҙәр инде “Тик-ток” тип «иҫтәре» китә. “Инстаграм”да күптәр ваҡытты күңел өсөн үткәрһә, өлгөрҙәр иһә аҡса эшләй, бизнесын үҫтерә. Меңәрләгән яҙылыусылар йыйған блогерҙар араһында үҙебеҙҙең ҡала кешеләренең артыуы ла ҡыуандырмай ҡалмай. Улар бында аҡса эшләүҙән тыш, төрлө темаларға әңгәмә лә алып бара, ҡалабыҙҙы киң ҡатлам аудиторияға таныта. Бөгөн шундай әүҙем, дәртле ҡыҙҙарҙың береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Ул – Стәрлетамаҡта йәшәүсе Регина ИШБАЕВА.
“Элек мин заводта эшләй торғайным...”
– Регина, үҙең тураһында әҙерәк таныштырып үтһәң...
– Мин Өфө ҡалаһында тыуһам да, БДУ-ла юрист һөнәрен үҙләштереп, тормош иптәшем Артур менән ғаилә ҡороп, ҡыҙыбыҙға ғүмер биреп, бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡта төпләндек.
– “Инстаграм”да ҡасандан алып яҙа башланың, ғөмүмән блогерлыҡ юлы нисегерәк башланып китте?
– Элек мин заводта эшләй торғайным. Көн дә ҡайтам да хәлһеҙ йығылам, аҡса етмәгәнен тоям, ҡайҙан, нисегерәк аҡса эшләргә тигән маҡсат менән төрлө проекттарҙы өйрәнеп үҙ-үҙемде эҙләй башланым. Һәм, ниһайәт, үҙемдең “NEW Time” тигән проектымды булдырып, шул проект сиктәрендә кешеләрҙе ситтән тороп аҡса эшләргә өйрәтә башланым. 2015 йылда ошо бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн “Инстаграм”ға барып юлыҡтым. Ысынын әйткәндә, блогер булам тип уйламаным да. Көн һайын һәр иртәмде, һәр эшемде төшөрөп һала башланым. Ҡыҙыбыҙ тыуғандан һуң, әсәйҙәр һәм бәпестәр темаһына ла посттар (яҙмалар) яҙып һала башлағандан һуң, яҙылыусылар һаны күбәйгәндән-күбәйҙе. Ә ғөмүмән алғанда, минең блогымдың тематикаһы – ул нисек итеп ябай ҡыҙ үҙенең тормошон үҙгәртеүе, мотивация тураһында.
– Иң тәүге реклама биреүсеңде иҫләйһеңме, яҙылыусыларыңа нимә тәҡдим иттең һәм ниндәй тойғолар кисерҙең? – Эске кейемдәр кибетенә реклама эшләргә ҡуштылар. Тәүге тапҡыр, әлбиттә, тулҡынланыу ҙа булғандыр, сөнки кибетте барып төшөрөп, башҡалар ҙа уларҙан заказ яһаһын, барып алһын өсөн нисектер яҙылыусыларыңа ла еткерергә кәрәк бит. “Инстаграм”ға һалғандан һуң был кибеттән бүләк алып ҡыуанғайным.
– Билдәле булыуынса, «Инстаграм»да күп яҙылыусылары булған кешеләр һәйбәт кенә аҡса ла эшләй. Һин был кимәлгә еттеңме?
– Эйе, блогтан ғына айына 30-40 мең һумдан ашыу аҡса эшләйем. Әммә интернет-бизнесым да булғас, блогерлыҡҡа бәлки тейешенсә бирелеп тә бөтмәйемдер.
– Блогты уңышлы алып барыу өсөн ниндәй һыҙаттарға эйә булырға кәрәк?
– Был эштә фантазияға бай булырға тейешһең. Һәр ваҡыт яңы фотолар, кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырыр өсөн төрлө темаларға яҙмалар. Ләкин «Инстаграм» тормошонда ла төрлө ваҡыттар була. Ҡайһы ваҡыт башҡа илдәрҙә төшкән һүрәттәргә “лайк”тар булмаһа, өйҙә мәҫәлән, берәй аш-һыу бешергәнен сағылдырған һүрәтең әллә күпме “лайк” йыйып ташлай. Шунан да билдәләргә булалыр, кешеләрҙең күңеленә ябайлыҡ, өйҙәге мөхит нығыраҡ яҡын.
– Ә яҡындарың, ғаиләң был шөғөлөңә ҡаршы түгелме? Нисек кенә булмаһын, блогерҙар тормоштарының ҙур ғына өлөшөн кешегә күрһәтә, күп нәмәне асыҡтан-асыҡ эшләй бит.
– Иң тәүҙә уларҙы төшөргәнгә әҙерәк “йәндәре көйә” торғайны, мине төшөрмә, мине һалма тип. Тора бара миңә бының ҡыуаныс килтергәнен күреп, “афарин, дауам ит” тип ҡеүәтләй башланылар. Хәҙер инде бөтөнләй өйрәнеп бөттөләр, хатта тормош иптәшем дә минең стористарыма (яҙмаларыма) ҡушылырға оҫтарып алды. Уның менән бергәләп ҡыҙыҡлы вайндар ҙа (ҡыҫҡа видеолар) төшөрөп ҡараған булды.
– Ғаиләгеҙ менән сит илдәр буйлап сәйәхәт итергә лә яратаһығыҙ икән, ниндәй илдәрҙә булғанығыҙ бар?
– Һуңғы йылдарҙа Греция, Төркиә, Мысырҙа, Италия, Испания, Швеция, Болгария, Португалия һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә булдым. Әлеге ваҡытта бына инде бер ай Сочила йәшәп ятҡан көн. Ҡасандыр ата-әсәйҙәребеҙгә диңгеҙҙе күрһәтергә тигән хыялым бар ине. Бөгөнгө көндә хыялым тормошҡа ашты, Аллаға шөкөр, ата-әсәйем һәм ҡәйнәм менән ҡайныма юлламалар бүләк итеп, ял итергә уларҙы ла үҙебеҙ менән алып килдек.
– Блогерлыҡтан башҡа нимәләр менән мауығырға яратаһың?
– Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, ошо минең йәшәү девизым тиһәң дә була. Спортты яратам, бокс менән шөғөлләнәм. Үҙемә төрлө фотосессиялар ойошторорға яратам. Мәҫәлән, күбәләктәр менән, ваннала лимондар менән төшкән фотоларым бар. Ҡалала ҡатынҡыҙҙар өсөн төрлө осрашыуҙар ойошторорға яратам. Үҙеңдең сценарийыңдың йондоҙо булыу үҙе бер бәхет бит ул!

Иң мөһиме: яҡтылыҡ таратһын!
– Хәҙер “Тик-ток” та популяр. Унда ла бармын тип ысҡындырҙың...
– Эйе, “Тик-ток” бар. Тик әлегә унда 4500 яҙылыусыларым. Видеоларымды унда ла һалам. Унда ла үҫешергә була, тик “Инстаграм”дан айырмалы рәүештә, ул платформа һине үҙе алға алып бара, башҡаларға тәҡдим итә. Аудитория йыя, әлеге селтәрҙә нисек эшләргә өйрәтә.
– “Тик-ток”та үҫмерҙәрҙең теләһә ниндәй видео төшөрөп һалыуҙарына нисек ҡарайһың? Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына үҫмерҙәр аяҡтарына икмәк кейеп ролик төшөрөп маташҡандар.
– Әлбиттә, ниндәй видеолар төшөрөүҙәре һәр кемдең үҙенең эше. Әммә һәр нәмәнең дә сиге булырға тейештер. Икмәк ҡәҙерен белмәгән балаларға тимәк өйҙә ризыҡ ҡәҙерен аңлатыусы кеше булмаған. Бар нәмә ғаиләнән башлана. Ысынлап та, хәҙер дан артынан ҡыуып, ниндәй генә яҙмалар һалмайҙар: кемдер шәрә йөрөй, кемдер әсәһен, һуғыш ветеранын мыҫҡыллап төшөрә, аптырап китерлек. Мин иһә, әйтеп китеүемсә, тик ғаилә, матурлыҡ, үҙ-үҙеңде табыу, аҡса эшләргә өйрәнеү темаларын ғына яҡтыртам.
– Блогер булырға теләгән йәштәргә ниндәй теләктәрең булыр ине?
– Оялмағыҙ, әгәр ҙә тормошоғоҙҙо, үҙегеҙҙе төшөрөү оҡшай икән, насар килеп сыға, тип әйткән кешеләрҙе тыңламағыҙ, төшөрөгөҙ, өйрәнегеҙ, был үҙе бер айырым шөғөл икәнен онотмағыҙ, күңел талабы ла, аҡса эшләү сығанАғы ла булһын постар, иң мөһиме: яҙмаларығыҙ кешеләргә яҡтылыҡ таратһын!
– Уңыштар һиңә, Регина! Күп яҙылыусылар һәм матур ижади эштәр теләйбеҙ!
Гөлкәй Ҡыуатова әңгәмәләште.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас