Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
28 Июнь 2021, 10:46

БАШҠОРТОСТАНДА ВАКЦИНАЦИЯ ТЕМПЫ 10 ТАПҠЫРҒА АРТТЫ.

Бер аҙнала вакцинация темпы һиҙелерлек артҡан. Әлеге көндә 180 пунктта (шул иҫәптән күсмә) халыҡҡа прививка яһау ойошторолған.

Уҙған аҙнала Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вакцинация темпы 10 тапҡырға артҡан, тип белдерҙе республика вице-премьеры — һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
«Бер аҙнала вакцинация темпы һиҙелерлек артҡан. Әлеге көндә 180 пунктта (шул иҫәптән күсмә) халыҡҡа прививка яһау ойошторолған, — тине ул. — Рәсәйҙә вакцинация темпы буйынса алдынғы урындарҙың береһен — алтынсы урынды биләйбеҙ. Ил субъекттарына килтерелгән вакцинаны файҙаланыу темпы буйынса – икенсе урын».
Бөгөнгә республика 600 мең доза вакцина менән тәьмин ителгән. Шуның һуңғы партияһы Башҡортостанға 27 июндә килде.
Әлеге ваҡытта 515 меңгә яҡын кеше беренсе компонентты алған. Был – алынған вакцинаның дөйөм күләменән 86 процент. 368 мең самаһы кеше өсөн вакцинация тулыһынса тамамланған.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас