Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
28 Июнь 2021, 09:49

Бурҙы тотҡандар.

Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре 29 йәшлек бурҙы тотҡан.

Стәрлетамаҡта йәшәүсе 29 йәшлек ҡатын үҙенең балалары менән бер-нисә кибетте "таҙартҡан". Һатыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн ул был "эшкә" өс балаһын да бергә йөрөткән.
Ҡатындың күршеләре әйтеүенсә, ул балаларын йыш ҡына фатирында үҙҙәрен генә ҡалдырып, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы хуп күрә икән. Бер-нисә көндәр буйына ла өйөнә ҡайтмаған саҡтары булған.
Әлеге ваҡытта балалар өләсәләре менән. Полиция хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, «Урлау» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм оҙаҡламай әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәсәктәр.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас