Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
28 Июнь 2021, 10:22

Стәрлетамаҡта автомобилдәрҙе контактһыҙ йыуыу ҡорамалын сығарасаҡтар.

Стәрлетамаҡ "М-РОБО" троллейбус идара компанияһы территорияһында "станоктар етештереүҙең һанлы программа менән идара итеү һәм робототехник комплексы" проекты тормошҡа ашырыла башланы.

- Был бик уникаль проекттарҙың береһе , сөнки бөтә Республика араһынан, ошондай робот техникаһын етештереүҙә Стәрлетамаҡ иң беренсе ҡала булып һанала. Инвесторға төбәк сәнәғәтен үҫтереү фондынан 15 миллион һум льготалы займ бирелгән. Был аҡса металл эшкәртеүсе тармаҡтар өсөн технологик ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелгән, - тине Башҡортостан республикаһының сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас