Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
30 Июнь 2021, 07:50

" Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” батырлыҡ тойғоһо тәрбиәләй

Ошондай исем аҫтындағы авиашоу Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арнала. 1310 километр оҙонлоғондағы был осош маршруты Өфө – Белорет – Сибай – Аҡъяр – Күмертау – Стәрлетамаҡ – Йәрмәкәй – Октябрьский – Нефтекама аша үтә.

Стәрлетамаҡта булып, ветерандар һәм 31-се мәктәп уҡыусылары менән осрашты. Бында уҡыусыларға инженер аэрокосмик йүнәлештә әҙерлек алып барыла. Артабан пилот төркөмө һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған һалдаттар рухына “Мәңгелек ут” һәйкәленә сәскәләр һалды. Ҡунаҡтар Стәрлетамаҡҡа иҫтәлекле бүләктәр ҙә алып килгәйне - ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Радик Ғәлиевҡа «Башҡортостандың алтын ҡулсаһы» проектында ҡатнашыусыһы дипломын тапшырҙылар. Кискеһен Ҡаранай Моратов урамындағы мәсет янында һауа программаһы ойошторолдо: тройка составындағы пилот төркөмө яңғыҙ һәм күмәк осоштарҙы күрһәтте.
Сараны ойоштороусылар: «Рәсәй дөйөм тәғәйенләнеш авиацияһы федерацияһы», Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлеге, «Первушино» пилот төркөмө, «Өфө кесе авиация уҡыу-методик үҙәге». Сара «Рәсәй патриотик үҙәге» һәм «Рәсәй йәштәре» ярҙамы менән «РФ граждандарын патриотик рухта тәрбиәләү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла. Акцияның маҡсаты – Башҡортостанда илебеҙҙә батырлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо киң ҡолас алһын өсөн булышлыҡ итеү, йәштәрҙә патриотик рухты нығытыу, һәләк булған һалдаттарҙың исемен мәңгеләштереү.
Р.ЗАМАНОВА
Автор:Роза Сафина
Читайте нас