Испаниянан килгән «Coro e danza de Lorca» фольклор ансамбленең барлыҡҡа килеүенә 75 йыл икән. Башҡорт теленә тәржемә иткәндә “Лорка йырҙары һәм бейеүҙәре” тип атала. Лорка -Испанияның көньяҡ-көнсығышында , Мурсия өлкәһендә урынлашҡан бер ҡала.
Испандарҙың фольклор ансамбле бик күп илдәрҙә булған, үҙҙәре әйтмешләй, Антарктидаға ғына әле барып етмәгәндәр!
“Был сара – халыҡтарҙың мәҙәниәтен бер-береһенә танытыу өсөн шәп мөмкинлек, Башҡортостанда изге күңелле, алсаҡ кешеләр йәшәй икән”, тинеләр испандар.
Беҙҙәге һауа торошо Испания халҡы өсөн үҙенә күрә бер ныҡлыҡҡа һынау осоро икән. Сөнки, үҙҙәре әйтеүенсә, бындағы һауа торошо уларҙа ҡыш көнө генә була!
Концертта бик күп онотолмаҫ, сағыу сығыштар булды.
- Испанияның “Фламенко” бейеүе йырлау, гитарасы ҡушылып уйнау менән бер нисә өлөштән тора. Һәр бер өлөштә шиғырҙар теҙмәһе (copla, tercio йәки letras тип атала), улар араһында гитара интерлюдиялары бар (falsetas). Башҡортостандағы халыҡтың «Фламенко” бейеүен белеүҙәре менән хайран ҡалдырҙы, - тинеләр Испанияның фольклор ансамбле.
- Ҡайтҡас та Испания халҡына Башҡортостан ойошторған Бөтә донъя фольклориадаһын һөйләп тә, аңлатып та бөтөрөп булмаҫ төҫлө. Донъяуи кимәлдәге был сараны һәр кем үҙ күҙҙәре менән күрергә,үҙ йөрәге менән тойорға тейеш, - тиҙәр «Coro e danza de Lorca» фольклор ансамбле.