Бөгөн сәғәт киске 7-гә тиклем ҡала мәҙәниәт һарайы яғындағы юлдар ябыласаҡ. Октябрь проспектынан Курчатов урамы киҫелешенә тиклем һәм И.Насыри урамынан Октябрь проспекты киҫелешенә тиклем юлдар ябыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә, бөгөн Стәрлетамаҡҡа биш илдән: Словакия, Испания, Индонезия,Мексика һәм Болгариянан ҡунаҡтар килә. Сара сәғәт 13.00 башлана.