Бындағы тәбиғәт беҙгә бик яҡын,сөнки беҙҙә лә урмандар,яландар күп. Словактар гелән милли кейемдәрҙә төрлө фестиваль һәм байрамдар ойошторорға ярата икән. Йырҙары халыҡ музыка ҡоралдары аккомпанементы аҫтында башҡарыла. Мәҫәлән, фуджара(ҙур флейта), гажди(ҡыуыҡлы һорнай ),конковка(көтөүсе борғоһо).Әммә беҙҙең Башҡортостанға килеүебеҙ үҙе бер мөғжизә, бында барыһы ла башҡа, сағыу һәм үҙенсәлекле.Бөтә донъянан төрлө милләттәр йыйылған! Беҙ үҙебеҙгә хатта дуҫтар ҙа табып өлгөрҙөк,- тиҙәр “Надсенчи” фольклор ансамбле.
“Башҡортостанда үткән Бөтә Донъя фольклориадаһын мәңге онотмаясаҡбыҙ, көндәр оҙағыраҡ үтһен ине тип теләйбеҙ, сөнки ҡунаҡсыл Башҡортостанда оҙағыраҡ булғыбыҙ килә. Һәр ҡалаға барған һайын "бынан да яҡшыраҡ булыуы мөмкин түгел " тип уйлайбыҙ, әммә һәр ҡала үҙенсәлекле, ихлас, йылы ҡаршы ала, һоҡланғыс! Стәрлетамаҡ ҡалаһы, хатта иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырҙы. Әйтәбеҙ бит "Фантастика" тип ҡабатлайҙар Словакия ҡунаҡтары.
Стәрлетамаҡ халҡы өсөн словактарҙың йола һәм мәҙәниәтен "Надсенчи" фольклор ансамбле сағылдырҙы.Уларҙың сығыштары барыһын да хайран ҡалдырҙы.Бөгөн күңелдәрҙе дәртләндергән һәм рухландырған, төрлө халыҡтың мәҙәниәтенә, тарихына, йолаларына бар халыҡты йәлеп иткән, төрлө милләттәрҙе бер ергә туплаған сара ысын мәғәнәһендә матур һәм милли колоритлы тамаша булыуы менән айырылып торҙо.
Гөлкәй Ҡыуатова.
Эльдар Фәттәхов фотоһы.