Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
7 Июль 2021, 11:35

Башҡортостанда оло йәштәге ир-уҙаман ташландыҡ ауылда бөтөнләй яңғыҙы йәшәй.

Александр 80 йәшкә етеп бара. 2013 йылда әсәһе донъя ҡуйғандан һуң , ул Инйәрҙән Иҫке Мәнәү ауылына күсеп килә һәм бында тороп ҡала.

Ул ваҡытта ауылдағы бер нисә йортта кешеләр көн иткән, хәҙер бер кем дә ҡалмаған - кемдер күсенеп киткән, кемдер вафат булған.

- Эттәрем, бесәйем бар. Ҡыш көнө ауылға айыуҙар килә, ләкин бүреләр йышыраҡ йөрөй, ти. Бында бәйләнеш тә электр ҙа юҡ, - ти Александр.

Александр аҙнаһына бер тапҡыр йәйәүләп ауылға барып килә, почтаға һәм аҙыҡ-түлек алыу өсөн магазинға инеп сыға. Пенсияһына йәшәй. Сирҙәр, "кешеләргә" кире ҡайтыу хаҡында ла уйламай.

Сығанаҡ: МКСЕТ
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас