Йыллыҡ түләүле отпуск бирелгәндә Ҡорбан байрамы календарь көн иҫәбенә индерелмәй.
Ҡорбан байрамы – Исламда төп байрамдарҙың береһе. Был көндө изге ниәт менән ҡорбан салына һәм уның ите мохтаждарға таратыла. Байрам өс көн дауам итә.
Мосолмандар яҡындарынан яман ҡылыҡтары өсөн ғәфү үтенә, ата-бабаларының ҡәберҙәренә бара һәм Хоҙайҙан изгелек, тыныслыҡ һорап доға ҡыла.