Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Общие статьи
7 Июль 2021, 07:00

Стәрлетамаҡ ғалимдары 4,8 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булды.

Рәсәйҙең фәнни фонды БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының математика фәне белгестәре проектын хупланы.

Уларҙың «Гидродинамика һәм физика йүнәлеше законлыҡтарының газогидраттарға булған йоғонтоһо һәм уларҙың барлыҡҡа килеү, тарҡалыуы ”проекты 318 фәнни төркөм араһынан иң яҡшылар иҫәбендә булды. Йәш белгестәр коллективын “Ғәмәли информатика һәм программалау “кафедраһы доценты Килдебаева Светлана Рөстәм ҡыҙы етәкләй.Был проект өҫтөндә ул әллә күпме йылдар эшләгән.
- Президент программаһы Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр һәм эҙләнеүле эшләүҙе формалаштырыу өсөн булдырылған. Донъяға киң танылыу яулаған, Рәсәйҙең иң яҡшы ғалимдары тарафынан бындай тикшеренеүҙәр үтеп, еңеүгә килеүебеҙгә шатбыҙ, ти ул үҙе.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас