Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Общие статьи
8 Июля 2021, 08:40

Башҡортостанда 10 йәшлек малай токтан һуғылып реанимацияға эләккән.

Бала Туймазы районы дауаханаһына оҙатылған.

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, 10 йәшлек малайҙың ҡул суғы йәрәхәтләнгән. Әле өсөнсө класс уҡыусыһы табиптар күҙәтеүе аҫтында реанимацияла ята.

«Балалар яланда футбол уйнап йөрөгән. Ниндәйҙер мәлдә, уйын ваҡытында, туп трансформатор щитына эләккән. Бала уны алырға менеп киткән. Шаһиттарҙың күҙ алдында уны ток һуҡҡан. Ваҡиға урынына ашығыс ярҙам саҡырғандар. Малайҙы дауаханаға алып киткәндәр», — тине мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Сығанаҡ: Башинформ
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас