Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Общие статьи
8 Июля 2021, 17:19

Башҡортостанда һыуға батып барған баланы ҡотҡарған 15 йәшлек үҫмер Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Әбйәлил районы Рауил ауылы мәктәбенең һигеҙенсе класс уҡыусыһы Данир Мөхәмәҙиев бөгөн награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан алды.

Данир һыуға батҡан малайҙы ҡотҡарып, уға тәүге ярҙам күрһәтеп, иҫенә килтергән. Уҡыусы Ҡырҙас ауылынан олатаһына ҡунаҡҡа килгән бәләкәй малайҙың ғүмерен ҡотҡарған.
Хәбиров, ошо хаҡта белеп ҡалғас, уның ата-әсәһенә лайыҡлы тәрбиә өсөн рәхмәт белдерҙе.
Үҫмер ишле ғаиләлә тәрбиәләнә, ә уның әсәһе Әҡлимә яңыраҡ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас