Ҡала мәғариф бүлеге хәбәр итеүенсә,Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу өсөн ҡалала 10 имтихан үткәреү пункттары булдырылды, шуларҙың бишәүһе сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнде.
Барлыҡ имтихан үткәреү пункттарында ла имтихандарҙы ойоштороу өсөн бөтә шарттар ҙа үтәлде, объективлыҡ, талаптарға ярашлы, видеокүҙәтеү алып барылды.
Имтихан тапшырыусыларҙың хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бүленде, коронавирус таралыуын иҫкәртеүсе саралар ҙа ҡулланылды.
Ҡала мәғариф бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, 7 сығарылыш класс уҡыусыһы БДИ-ны 100 балға тапшырған.
Ҡаланың 1-се лицейынан бер уҡыусы рус теленән 100 балға тапшырһа, икәүһе информатика фәненән, 1-се гимназия уҡыусыһы тарихтан, 33-сө мәктәптән бер уҡыусы физика фәнен юғары балға тапшырһа,тағы ла информатика фәненән башҡорт лицей интернатынан һәм 5-се гимназиянан бер уҡыусы 100 балға тапшырған.