Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Общие статьи
9 Июля 2021, 05:51

“БАРВИНОК”һыҙ булмай.

Күп милләтле Стәрлетамаҡ ҡалаһында украиндарҙың милли-мәҙәни үҙәге лә әүҙем эшмәкәрлек итә. Улар украиндарҙың мәҙәниәтен һәм милли традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, украин телен, милли традицияларҙы, йолаларҙы, Украинаның тарихын һəм мəҙəниəтен өйрəнеү маҡсатында булдырылған йəмəғəт ойошмаһы.

Украин халҡы милли үҙәге рәйесе Галина Федоровна Суббота милли мөхитте көсәйтеүҙә бар күңелен һалып эш башҡара. Бөгөн иһә беҙ Стәрлетамаҡта барыһына ла билдәле булған “Барвинок” рус-украин йырҙары вокал ансамбленә туҡталғыбыҙ килә. Был ансамбль 1987 йылда барлыҡҡа килгән. Ансамблдең төп составында 15 кеше булһа, әҙерлек составында 5 кеше шөғөлләнә. “Барвинок” ансамбле ҡала мәҙәниәт һарайы ойошторған бар ижади һәм йәмәғәт тормошонда ҡатнаша. 1994 йылдың апрелендә “Барвинок” халыҡ ансамбле тигән лайыҡлы исемгә эйә була! Бына инде күп йылдар дауамында вокал ансамбле коллективы Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында беренсе урын яулай: “Сәскә ат, Башҡортостан” төбәкара конкурстар лауреаты, “Мин яратам һине, тормош” республика фестивале еңеүсеһе. “Барвинок” вокал ансамбле Башҡортостанда ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә танылыу яулап өлгөргән ижади коллективтарҙың береһе. Мәскәү ҡалаһындағы “Сорочинск йәрминкәһе” халыҡ-ара фестивалендә, шулай уҡ Украинаның Полтава өлкәһендә уҙғарылған конкурста коллектив 1-се урын яуланы. Ошондай матур коллективы булған, сағыу мәҙәни тормош алып барған украин халҡы йәшәй ҡалабыҙҙа.
Г.ИЛҺАМОВА.
С.КРАМСКОВ фотоһы.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас