Мостай Кәримдең танылған ошо юлдары милләт, милли мөхит тураһында һүҙ йөрөткәндә һәр саҡ иҫкә төшә. Ә инде әлегеләй фольклориада һымаҡ мөһим сара хаҡында уйланғанда, уның әһәмиәте Башҡортостан сиктәренән дә сыға төҫлө. Улай ғына ла түгел: ошо донъяла йәшәгән һәр милләт исеменән “булғанбыҙ һәм буласаҡбыҙ!” тип ҡысҡырғы килә. Һеҙҙең иғтибарға донъяуи кимәлдә барған саралар мәлендә ошо ерҙә быуаттар буйы дуҫ-татыу булып йәшәп килгән халыҡтар, милли ойошмалар тураһында ла һөйләп, тағы бер тапҡыр үҙебеҙ хаҡында иҫкә төшөрөп үтке килә.
Стәрлетамаҡта ҡырҡ меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Һәммәһенең үҙ юлы, үҙ шөғөлө бар тигәндәй, һәр өлкөлә лә милләттәштәребеҙҙе осратырға, табырға була. Әммә ниндәй генә эштә эшләмәһендәр, ниндәй шөғөл менән генә мәшғүл булмаһын, Стәрлетамаҡ башҡорттары берҙәм һәм татыу булып ҡала. Төрлө милли саралар, дөйөм эштәр аша ҡалала башҡорт мөхите сағыла. Был мөхитте булдырыуҙа, әлбиттә, ҡала башҡорттары ҡоролтайы ла ҙур өлөш индерә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе яңы составы 2015 йылдан алып уңышлы ғына эшләп килә. Уның төп маҡсаты – ҡалабыҙҙа башҡорт мөхитен көсәйтеү, халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү. Ошо күҙлектән ҡарап, эш барышын ең һыҙғанып көйләргә тырыша ҡоролтай ағзалары. Мәҫәлән, йыл эсендә Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевҡа – һәйкәл, Муса Мортазин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. ғөмүмән тарихи урындарҙың, һәйкәлдәрҙең кешеләрҙең үҙаңына көслө тәьҫир итеүе, халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен һаҡлауҙа мөһим роль уйнауы көн кеүек асыҡ. Беҙҙең Стәрлетамаҡ тарихы бик бай бит ул.
Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы тарафынан билдәле яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың юбилей сараларын А.Инан исемендәге Башҡорт һәм татар үҙәгендә үткәреү күптән инде матур йолаға әйләнгән. Мәҫәлән, Рауил Ниғмәтуллиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланған кисә лә һәр ваҡыттағыса бик мәғәнәле, эстәлекле үтте. Һәр кем Рауил Хөрмәт улын хөрмәтләп иҫкә алды, яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште. Шағирҙың китаптары һәм фотографиялары күргәҙмәһе ойошторолдо, кисә барышында уның шиғырҙарын кескәй балалар, студенттар яттан һөйләне.
Билдәле булыуынса, ағымдағы йылда Ҡоролтай ағзалары Стәрлетамаҡ ҡалаһының күренекле шәхестәренә бағышланған мәҡәләләр йыйынтығын баҫтырып сығарырға әҙерләнә. Йыйынтыҡтың исеме “Стәрлетамаҡ тарихында башҡорт шәхестәре” тип аталасаҡ.
Башҡорт Википедияһында эшмәкәрлеген көсәйтеү ҙә уларҙың маҡсаты булып тора. Әлеге ваҡытта бер нисә ҡоролтай ағзаһы махсус онлайн уҡыуҙар үтеп, бар көсөн мәҡәләләр өҫтөндә эшләүгә йүнәлтә.
– Ай һайын, йыл әйләнәһенә эштәр гөрләй Стәрлетамаҡта, арыу-талыу белмәгән Ҡоролтай ағзаларына барыһына ла ҙур рәхмәтемде еткергем килә, бөтәһе лә ҡулдан килгәнсә башҡорт мөхитен үҫтерергә тырыша. Ә инде республика кимәлендә йыл һайын үҙғарылып килгән, Стәрлетамаҡ брендына әйләнгән ике ҙур мәҙәни һәм социаль сара – “Балан байрамы” һәм “Етегән” – ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнө ҡалабыҙҙың ғорурлығына әйләнде, Юғары баһаланып килә. Киләсәктә лә был сараларҙың бәҫен төшөрмәй, тырышып үткәрербеҙ, тигән өмөттәбеҙ, – ти Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова. Әлбиттә, һанап кителгәндәр милли мөхитте булдырыуҙағы бөтә алып барылған эштең кескәй бер өлөшө генә.
Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы Ағинәйҙәр, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын, Шайморатов исемендәге волонтерҙар, Йәштәр ҡоролтайын махсус рәүештә үҙ эсенә ала. Шулай уҡ, ата-әсәләр ҡоро ла тап үҙебеҙҙең Ҡоролтай менән йәнәшә эшләп килә. Бындай тығыҙ аралашыу төрлө акциялар, саралар үткәреүҙә ныҡлы ойошҡанлыҡ өҫтәй, һөҙөмтәләр ҙә, дәррәү булғанлыҡтан, көслөрәк күренә. Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы ҡалабыҙҙағы милләттәштәребеҙҙе, телебеҙҙе ҡурсалаусы ғына түгел, ә башҡорттарҙы матур эштәре менән күтәреүсе ойошма. Ҡала мөхитендә үҫкән балаларҙа туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятып, һөйөү тәрбиәләүҙәге роле лә баһалап бөткөһөҙ уларҙың. Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ башҡорттары гелән үҙҙәре бер татыу ғаилә булып йәшәүҙәре ҡыуандыра! Артабан да берҙәм булайыҡ. Берҙәм халыҡ ҡына көслө, ныҡ була тигәнде онотмайыҡ, йәмәғәт!
Г.Ҡыуатова.
Фото Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы архивынан алынды.