Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
9 Июль 2021, 05:39

Иген игеп, йыр йырлап...

Мордвалар – Рәсәйҙә 800 мең кеше, шул иҫәптән Мордовияла 333 мең кеше, Башҡортостанда 20 мең кеше йәшәй. Улар субэтник төркөмдәргә – эрзә һәм муҡшы төркөмдәренә бүленгән.

Элек-электән игенселек мордва халҡы хужалығының төп тармағы булып һаналған: арыш, һоло, бойҙай, арпа, борсаҡ, тары, етен, киндер үҫтергәндәр. Игенселек ҡоралдарынан һуҡа, һабан, ағас тырма, ураҡ булған. Малсылыҡ, йәшелсә үҫтереү, умартасылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ ярҙамсы роль уйнаған; шулай уҡ сауҙа эше, төрлө кәсептәр менән шөғөлләнгәндәр. Мордваларҙың традицион ашһыуы игенселек менән табылған аҙыҡ-түлекте файҙаланыуға нигеҙләнгән. Тары ярмаһынан, яҫы борсаҡтан, борсаҡтан шыйыҡ бутҡа бешергәндәр, әсе икмәк, ҡоймаҡ, төрлө эслек һалынған бәлештәр әҙерләгәндәр; һөт аҙыҡтарынан май, ҡаймаҡ, сыр, эремсек ҡулланғандар. Итте башлыса бешереп ашағандар. Балыҡ ашамлыҡтары киң таралған, һыйыр, балыҡ, ҡош итен бергә һалып бешереү осраған. Киң ҡулланылған эсемлектәргә кеүәҫ, әсетелгән һөт, ҡайын һуты ингән; иҫерткес эсемлектәрҙе балдан (пуре), арыш ононан йә шәкәр сөгөлдөрөнән (поза) әҙерләгәндәр. Йола ашамлыҡтарына һөтлө тары бутҡаһы, әсе арыш ҡамырынан йә бойҙай ононан бешерелгән ҡатлаулы эслек һалынған бәлеш (лукш), эремсекле бәлештәр, “сәләмәтлек икмәге” (шумбра кши) һәм башҡалар ингән. Стәрлетамаҡ ҡалаһында барыһы 5267 мордва вәкиле йәшәй. Бына инде Башҡортостан республикаһында 20 йылдан ашыу мордва милли-мәҙәни үҙәге эшләп килә. Даими эшләүсе орган советы Стәрлетамаҡта урынлашҡан. Был ойошманың етәксеһе – Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты генеральдиректоры Юлия Николаевна Герасимова. Ул ҡалабыҙҙа мордва халҡының телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө мәҙәни саралар ойоштора: конференциялар, конкурстар, фестивалдәр һәм нәшриәт, мәғрифәтселек проекттары ла булдырылған. Мәҫәлән, 2019 йылда ғына “Икмәк – изгелек юлы” проекты барлыҡҡа килде. Был проекты сиктәрендә милли икмәк төрҙәре фестивале уҙғарылды. Был сара Стәрлетамаҡта йәшәүсе төрлө милләт халҡын берләштерҙе. Әйткәндәй, мордва милли-мәҙәни үҙәге бөтә республика буйлап төрлө байрамдар һәм фестивалдәр ойоштороп килә. Мәҫәлән, Ауырғазы районында гармун фестиваль-конкурсы инде традицияға әйләнде (“Седәк әрзән, гармун!”), “Покш эрзән чи” – фольклор байрамы Федоровка районында, мордва йырҙарын башҡарыу конкурсы – “Мастоварань морот” – Бишбүләк районында даими рәүештә үткәрелеп килә. Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжында “Ашо килейне” мордва вокаль ансамбле уңышлы ғына эшләп килә. Етәксеһе – Олеся Николаевна Пескова. Был ансамбль ҡалала үткәрелгән сараларҙа ғына ҡатнашып ҡалмай, шулай уҡ республикала уҙғарылған төрлө концерттарҙа сығыш яһай. Мордваларҙың музыкаль фольклоры күп төрлө: эпик, лирик, әйлән-бәйлән йырҙары, туйҙа сеңләү, мәрхүмде иҫкә алып һыҡтау киң таралған; күп тауышлы хор менән йырлау уникаль иҫәпләнә. Халыҡ музыка ҡоралдары: ике яғынан эсе ҡыуыш ике ҡамыш торба беркетелгән кларнет (нюди, нудей), волынкалар (фам, пувама) һәм башҡалар. Ошолай эшләп тә, йырлап бейеп тә йәшәп килә Стәрлетамаҡта мордва халҡы.
Г. ҠЫУАТОВА.
Фото мордва милли-мәҙәни үҙәге архивынан алынды.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас