- Өфөгә килеп еткәс кенә, әсәйем Башҡортостанда туғандарым булыуы тураһында әйтте. Минең мәрхүмә өләсәйем Тәнзилә- башҡорт ҡыҙы булған. Олатайымдың атаһы хәрби кеше була. Уны Төркмәнстанға ебәрәләр. Шунда улар танышалар ҙа инде- ҡаҙаҡ егете менән башҡорт ҡыҙы. Өфөлә өләсәйемдең бер туған ағаһын-тағы бер олатайымды күрергә насип булды. Ул Рафаэль Хәсәнов, уға 70 йәш, улар мине бик йылы ҡаршы алдылар, артабан да аралашып, осрашып торорға бер-беребеҙгә һүҙ бирҙек - тип һөйләп үтте Бауырйән.
Фото https://www.bashinform.ru.