Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
12 Июль 2021, 10:22

ИКЕ ҠАТЫН ЯЛҒАН ВАКЦИНАЛАНЫУ СЕРТИФИКАТЫ ЭШЛӘГӘН ӨСӨН ТОТОЛҒАН.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике ҡатын, береһе дауахана хеҙмәткәрҙәре, икенсеһе уның әхирәте, ялған вакциналаныу сертификаты эшләгән өсөн тотолған.

Тикшереү органдары хәбәр итеүенсә, улар прививка яһамаған кешеләргә сертификат һатҡандар. Ә вакцинаның үҙен юҡ иткәндәр. Сертификат өсөн 500 һумдан 3 500 һумға тиклем һорағандар. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тиҙҙән полиция хеҙмәткәрҙәре был сертификаттарҙы һатып алған кешеләрҙең эҙенә лә төшәсәк.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас