Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
13 Июль 2021, 05:02

"ҺАҠ БУЛ,ИҪЕРЕК ВОДИТЕЛЬ!"

Стәрлетамаҡта иҫерек водителдәргә ҡаршы көрәш дауам итә.

Йыл башынан алып "һаҡ бул,иҫерек водитель!" акцияһына ярашлы ҡалала тикшереүҙәр ваҡытында иҫерек килеш рулгә ултырған 180 водитель ҡулға алынған, шуларҙың 28 тотолғандан һуң , ҡабаттан транспорт сараһына иҫерек килеш ултырғаны асыҡланған.
Йыл башынан 351 юл һәләкәте, 40 кеше һәләк булған.
Авариялар күп осраҡта юл ҡағиҙәләрен үтәмәү, эскән килеш рулгә ултырыу сәбәпле эшләнә.
Яңыраҡ ҡына эскән килеш руль артына ултырған бер ирҙе 7 йылға иркенән мәхрүм иттеләр.Ул эскән килеш йәйәүлеләр китеп барған юлда ике ҡыҙҙы төрттөргән. Стәрлетамаҡтан 15 йәшлек ҡыҙ үлемесле йәрәхәттәр алып, урында уҡ һәләк була, ә 13 йәшлеге ғүмерлекккә ивалид булып ҡала.
ЮХХДИ идаралығы тағы бер тапҡыр барлыҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы үҙебеҙҙең һәм балаларыбыҙҙың ғүмеренә яуаплыраҡ ҡарарға саҡыра. Руль артына ултырыу менән ҡайҙалыр ашығабыҙ,ә алда беҙҙе нимә көтә? Әҙерәк шул хаҡта ла уйларға кәрәк. Үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып,вайымһыҙ булмаһаҡ ине...
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас