Юғары балл алыу өсөн БДИ-ға нисек әҙерләнергә? Ниндәй фәндәрҙе һайларға? Ҡайҙа уҡырға барырға? Ошо һорауҙарға яуаптар яңғырап, БДИ һөҙөмтәләре тураһында ғына һүҙ барманы, әлбиттә, йәштәр ҡалаға ҡағылышлы төрлө етди мәсьәләләрҙе лә күтәреп сыҡты.
Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Михаил Григорьев егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың үҙҙәренә генә түгел, ошо имтихандарға әҙерләүсе уҡытыусылар, мәктәп директорҙарына һәм уҡыусыларҙың үҙҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Михаил Васильевич билдәләүенсә, БДИ-ның төп осоро 31 майҙан 2 июлгә тиклем дауам итте. Бөгөнгө көндә ҡалабыҙҙа 167 миҙалсы булһа, БДИ-ны 7 уҡыусы 100 балға тапшырҙы.
Сығарылыш класы уҡыусыларының, ниһайәт, йоҡоһоҙ төндәре, борсолоуҙары артта ҡалды. Күптәре ҡулдарына өлгөргәнлек аттестатын да алды. Рус телен 100 балға тапшырған Карина Рәхимова имтихан тапшырыуҙың йәшерен сере юҡ, ти, мәҫәлән. Йоҡоң туйыу, башта кәрәкмәгән уйҙарҙың булмауы, яйлы һорауҙар эләгеү һәм йылдар дауамында һалынған тырышлыҡ. Каринаның артабанғы хыялы – Мәскәүҙе яулау.
Ошо 7 уҡыусының ҡайһыһын ғына алма, барыһы ла төрлө конкурстар, олимпиадалар призерҙары һәм еңеүселәре. Тимәк, улар бер көндә генә килеп бындай юғары балға эйә булмаған, ә яйлап-яйлап ҡына белем үрҙәренән үрләп, иң бейектә ҡанат ҡаҡҡан ҡошсоҡтар. Эйе, артабан да был ҡошсоҡтарҙы алда яулайһы бейеклектәр, икенсе ҡалаларҙа үҙ аллы тормош көтә.
Әйткәндәй, был 7 баланың берәүһе генә Стәрлетамаҡ вузына – Өфө дәүләт нефть-техник университетының урындағы филиалына уҡырға инергә йыйына. Башҡалары Санкт-Петербург һәм Мәскәүҙәге юғары уҡыу йорттарына барырға йыйына. Әммә урындағы тормошто кем күтәрер ҙә киләсәк кем ҡулына ҡалыр һуң?
– Беҙҙең ҡаланы данлап, башҡа ҡалаларҙа үҙ урынығыҙҙы табып, данға лайыҡ кешеләр булып китеүегеҙҙе һәм кире беҙгә әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем, беҙ һәр ваҡыт һеҙҙе көтәбеҙ, – тине уҡыусыларға Владимир Иванович.
Нисек кенә булмаһын, был уҡыусылар – ҡалабыҙ даны, беҙҙең ғорурлыҡ. 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы Владислав Гусев информатиканан БДИны, мәҫәлән, 100 балға тапшырған. Башҡорт лицей-интернатының директоры Гөлшат Әүхәҙи ҡыҙы ла үҙенең фекерҙәре менән бүлеште:
– Владислав беҙҙә биш йыл уҡыны, беҙгә уҡырға килгәндән алып үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Бындай уңыштарға өлгәшер өсөн уҡыусының һәләте генә етмәй, унда тырышлыҡ та һалына. Уҡыусының белемен камиллаштырыуҙа, уның юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүендә беренсе уҡытыусыһынан башлап бөтә уҡытҡан уҡытыусыларының да дөйөм эш һөҙөмтәһе, тип уйлайым, – тине Гөлшат Әүхәҙи ҡыҙы.
Хәҙерге ваҡытта уҡытыусы үҙенең белгән белемен генә бирергә тейеш түгел, башҡа ресурстарҙан, интернет селтәре, башҡа уҡыу үҙәктәре аша, төрлө сығанаҡтарҙан белем алыуҙың юлдарын белгән остаз булырға тейеш, шул саҡта, уҡыусыһы ла юғары һөҙөмтәләргә ирешәсәк, тигән фекер ҙә яңғыраны осрашыуҙа. Һәләтле һәм тырыш уҡыусының эргәһендә шундай уҡ һәләтле, үҙ эшенең оҫтаһы була алған уҡытыусы – остазы булғанда ғына бындай юғары үрҙәрҙе яулыуы еңел буласаҡ. Ошо 100 балл алыусыларҙың күбеһе олимпиадала еңеүселәр, тимәк, уҡытыусы дәрестән тыш, өҫтәмә рәүештә уның менән шөғөлләнгән. Хәйер, бында бер уҡыусы ғына түгел, мәктәп, мәғариф бүлеге, тотош ҡала тураһында һүҙ йөрөтөү ҙә урынлы булыр ине...
Эйе, мәктәпте тамамлау – кеше ғүмерендәге башланғыс, әммә мөһим этап. Алда ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе яңы үрҙәр, маҡсаттар, оло еңеүҙәр көтә. Уларға уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Теманы дауам итеп,ЙӨҘ БАЛЛ ӨСӨН-ЙӨҘ МЕҢ ҺУМ!
Йөҙ балл йыйыусылар Башҡортостан вуздарына уҡырға инһә, 100 мең һум стипендия алырға мөмкин.
“Һәләтле йәштәрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырырға теләйбеҙ, – тине республика етәксеһе. – 100 мең һумдан башлап өҫтәмә йыллыҡ гранттар булыуы мөмкин”. Ул мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты, сөнки илдең башҡа университеттары ошондай абитуриенттарға “һунар башлаған”.