Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
13 Июль 2021, 07:00

ФОТОҒА ТӨШӘМ ТИП...

Һуңғы йылдарҙа селфи төшөрөү шул тиклем модаға әйләнеп китте. Интернетҡа күҙ һалһаң, ниндәй генә селфи тапмаҫһың!

Парашюттан һикергәндә лә, һыуҙа ятҡан килеш, ял буйында ҡыҙынғанда, билдәле кешеләр менән, йыртҡыс хайуандар янында... Нисек кенә, ниндәй генә юлдар менән популярлыҡ яуларға тырышмай кешеләр! Аңлауымса, селфи үҙенсәлеклерәк, хатта ғибрәтлерәк булған һайын социаль селтәрҙә күберәк тауыш йыя, уны ҡараусылар арта. Бына ошо көндәрҙә күберәк тауыш йыйыр өсөнмө, әллә йәшендең үҙен бергә төшөрөр өсөнмө, Һиндостандың Джайпур ҡалаһында йәштәр йәшен ваҡытында селфи төшәм тип һәләк була. Бейек манарала 11 кешене йәшен атҡан. Эйе, йәшен таң ҡалдырырлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта хәүефле тәбиғәт күренештәренең береһе икәнен иҫтән сығармайыҡ. Был кешеләрҙең береһе лә иҫән ҡалмаған.
Белгестәр йәшен ваҡытында кеҫә телефоны менән ҡулланмаҫҡа кәңәш итә, уны бөтөнләй һүндереп ҡуйыу күпкә хәйерлерәк. Сөнки, йәшен ваҡытында мобиль телефондың радиотулҡындары йәшенде үҙенә «тарта».
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Ябай хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен үтәү һеҙҙең һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡаласаҡ.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас