Ашҡаҙар
+10 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Июль 2021, 19:15

“МЫРҘАМ УҠЫТЫУСЫ БУЛЫР УЛ” ТИ ТОРҒАЙНЫЛАР...

Телсе ғалим Ғәлийән Ҡаһарманов 75 йәшен билдәләй.

Башҡорт тел ғилемендә терминология проблемалары менән шөғөлләнгән ғалимдар күп түгел. Билдәле терминолог, филология фәндәре кандидаты, доцент Ғәлийән Ғәйнетдин улы Ҡаһармановтың исеме бөтә Башҡортостанға һәм төрки донъяһына яҡшы таныш. Ул ошо өлкәләге бармаҡ менән һанарлыҡ ғалимдарҙың береһе генә түгел, үҙенең талапсанлығы, яуаплылығы, кешелеклелеге, фәнгә мөкиббәнлеге менән дә дан ҡаҙанған.

Ғәлийән Ҡаһарманов сығышы менән – Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылынан. “Һуғыштан һуң тыуған балалар беҙ”, – ти ғалим. 1953–1963 йылдарҙа Үрген башҡорт урта мәктәбендә белем алғас, бер йыл мәктәптә уҡытып, 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Арҙаҡлы профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың лекцияларын тыңлай, фән менән ҡыҙыҡһына, мәҡәләләр баҫтыра, йәйҙәрен студент отрядтарында эшләй. 1969 йылда йәш ғалимды Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына (хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) эшкә йүнәлтәләр. Был юғары уҡыу йортонда Ғәлийән Ғәйнетдин улы 45 йыл эшләне!.. Ассистенттан алып доцент дәрәжәһенәсә күтәрелгән.

«Үрген мәктәбенең юғары кластарында уҡып йөрөгән саҡта яҡын туғандарым – абзый-апайҙарым, мине дәртләндерепме икән, “мырҙам уҡытыусы булыр ул”, – ти торғайнылар. Эйе, ни тиклем хаҡлы булған улар, әйтерһең, юрағандары юш килгән. Нәҫел-нәсәбебеҙҙә профессиональ уҡытыусы һөнәрле кеше булмаһа ла, миңә үҙ хәләл көсөм һәм тырышлығым менән уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булырға яҙған һәм ул ғүмерлек һөнәргә әйләнгән.»

Уның дәрестәре башҡаларҙыҡынан мәғлүмәтлелеге менән айырылып тора, уҡытыусы лекцияларҙы ихлас уҡый, сөнки ул – үҙ һөнәренең профессионалы. Студенттарҙан да һорау ҡаты: һин белергә, үҙләштерергә тейеш! Башҡорт филологияһы факультеты грамотаһыҙлыҡты, китап уҡымауҙы яратмай!
Талапсан уҡытыусы-ғалим хеҙмәттәре лә тулы, аныҡ, асыҡ белем биреүе менән башҡа әсбапдәреслектәрҙән өҫтөн: тәжрибә йыйып, практикала ҡулланылып яҙылған улар. Башҡорт лексикологияһы, терминологияһы өлкәһендә йөҙөп эшләй Ғәлийән Ғәйнетдин улы. 1979 йылда башҡорт тел белгесе, ғалим Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин етәкселегендә "Башҡорт әҙәби телендә ижтимағи-сәйәси терминологияның формалашыуы һәм үҫеше” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Эҙләнгән фән өлкәһе – хәҙерге башҡорт теленең “Лексикология”, “Терминология” бүлектәре. 250 фәнни-методик хеҙмәттәр авторы Ғ.Ғ. Ҡаһарманов. Шулар араһында 2 монография, урта һәм юғары мәктәптәр өсөн 7 дәреслек, 4 һөйләшеү ҡулланмаһы (разговорник), 18 уҡыу әсбабы, 200-ҙән артыҡ мәҡәлә бар!

«Һанап ҡарағаным булды: яҡынса 250 хеҙмәттең авторы-авторҙашымын икән. Улар араһында 2 монография, урта һәм юғары мәктәп өсөн 7 дәреслек, 4 русса-башҡортса, русса-башҡортса-төрөксә һөйләшеү ҡулланмаһы (разговорник), 18 уҡыу әсбабы, 200-ҙән артыҡ ғилмиметодик, публицистик мәҡәлә бар. Түңәрәксе-дипломсы студенттар менән авторҙашлыҡта 60-тан артыҡ публикация эшләгәнбеҙ.»

Студенттарҙың педагогик практикалары, курс һәм сығарылыш эштәре етәксеһе лә була ул, тел тарихы буйынса түңәрәк тә алып бара. Был тел тарихы түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр араһынан бөгөнгө көндә исемдәре билдәле ғалимдар үҫеп сыҡты: филология фәндәре докторҙары Ләйлә (Солтаҡаева) Хөсәйенова, Гөлназ Иҫәнғолова, филология фәндәре кандидаттары Резеда (Үләкәнова) Сөләймәнова, Гөлнара (Ҡотлошина) Батталова, Гөлназ (Батыршина) Кәримова. Уҡытыусының уҡыусыларын башҡорт теленең фәнни нигеҙҙәре менән ҡыҙыҡһындыра алыуына бер миҫал был.
«Ж.Ғ. Кейекбаев кафедра менән етәкселек иткән осорҙа башҡорт һәм дөйөм тел ғилеменең сәскә атҡан сағы булған икән. Беҙ уның лекцияларының һуңғы тыңлаусылары булырбыҙ тип берәүҙең дә башына килмәгәндер, моғайын. Әйткәндәй, Жәлил Ғиниәт улы минең диплом алды эшенең ғилми етәксеһе ине.»

«Уҡыу-уҡытыуҙа 5 йыл көсөргәнешле генә эшләп, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына ситтән тороп уҡырға индем. 1974-1978 йылдарҙа филология фәндәре докторы, проф. З.Ғ. Ураҡсиндың икенсе аспирантымын.»

Ғәлийән Ғәйнетдин улы “Башҡорт энциклопедияһы” менән хеҙмәттәшлек итә, һүҙлек статьялары яҙа. Башҡорт теленең академик һүҙлеге рецензенттарының береһе лә ул. Тынғыһыҙ ғалим бөгөн дә эҙләнә, мәҡәләләр яҙа. Ғәлийән Ғәйнетдин улы – бәхетле ир-уҙаман, ҡатыны Мәрйәм Шәйхислам ҡыҙы менән татыу, ныҡлы ғаилә ҡорған, тормош иптәше лә филология фәндәре кандидаты, доцент, күп йылдар ошо уҡ уҡыу йортонда студенттарға урыҫ әҙәбиәте серҙәрен төшөндөрҙө. Ҡыҙҙары Гүзәл – педагогия фәндәре кандидаты, ейәнсәре Айгөл бүләле лә иткән Ҡаһармановтарҙы. Хөрмәтле уҡытыусыбыҙҙы, коллегабыҙҙы күркәм ғүмер байрамы менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Миләүшә АРЫҪЛАНОВА,
Филология фәндәре кандидаты, доцент.
Фотола: Башҡорт теле кафедраһы, 2009 йыл.

Эҙләнеүҙәр аша белем алырға өйрәтте!
Ләйлә ХӨСӘЙЕНОВА, филология фәндәре докторы, профессор, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның филология факультеты деканы:
– Үҙенең белеме, зыялылығы менән беҙҙе хайран ҡалдырҙы. Беҙҙең бөтә төркөмөбөҙ уға әле лә һоҡлана, унда уҡыуы менән ғорурлана. Үҙ эшенә мөкиббән киткән уҡытыусы, ғалим ул. Үҙенең дәрестә әйткән хикәйәт-тапҡыр һүҙҙәрен һис онотмайбыҙ: “Асығып килгән бер юлсы яр буйында ултырған балыҡсынан балыҡ һораған. Балыҡсы уға: мин һиңә балыҡ бирмәйем, ә балыҡ тоторға өйрәтәм, тигән. Мин биргән балыҡты ашап тамағың бер туйыр ҙа ул. Тик тағы асыҡһаң, ни эшләрһең?..” Ул да беҙҙе үҙебеҙҙең эҙләнеүҙәр аша белем алырға өйрәтте
.
Радик ҒИЗЗӘТОВ, филология фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры урынбаҫары:
– Ғәлийән Ғәйнетдин улының дәрестәрен йыш ҡына һаман да иҫкә төшөрәм. Төплө белемдәрҙән башҡа уның телмәрендә онотолмаҫ, үҙенә генә хас булған әйтемдәр осрай торғайны. Уны төрлө ваҡиғаларға бәйләп, тормош тәжрибәһен туплай-туплай барғанда хәтеремдән урынлы ҡалҡып сыға. Әүҙем студент булараҡ, КВН фестивалдәрендә йөрөп тә дәрестәренә бармайынса ҡалманым. Тырыштым, әҙерләндем, уның етәкселегендә “яҡшы” билдәһенә диплом эшен яҡланым. Иҫке төрки телдәре дисциплинаһының лекция дәфтәрендә “Шәп аҡҡан йылға тиҙ ҡорой”, – тигән яҙма һаҡлана. Был Ғәлийән Ғәйнетдин улы әйткән һүҙҙәр. Ошолай тормош ағымында эштәр яйлап ҡына алға бара...

Нурия ИҠСАНОВА, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто хеҙмәткәре:
– Ауыл студенттарының тормошо үҙенсәлекле. Бигерәк тә, беҙ уҡыған осорҙа, 2000 йылдар башында, транспорт мәсьәләһе ауырыраҡ ине. Белоретҡа беҙ поезд менән ун сәғәт тирәһе ҡайта инек. Шулай итеп, өс көнлөк ялдарҙы оҙайтыр өсөн алдараҡ имтихан бирергә теләүселәр күп була торғайны. Ғәлийән Ғәйнетдин улы кинәйәле һүҙҙәргә оҫта. Ул беҙгә “Белоретта еләк бешкән, шуға ашығаһығыҙмы?”, – тип төрттөрә ине. Ни тиклем талапсан булһа ла, ул студенттарҙың хәленә инә белә торғайны. Фекерҙәрҙе Р. ӘРМЕТОВ яҙып алды.



Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: