Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Общие статьи
13 Июль 2021, 11:04

Юлдар,юлдар-тигеҙ булһындар!

Башҡортостанда автомобиль юлдарын ремонтлау миҙгеленең иң ҡыҙған мәле, тимәк, яҡын арала уларҙың хәле күпкә яҡшырырға тейеш,- тип белдерҙеләр транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 ғинуарына төбәктең 62 процент юлдары ғына дөйөм нормативтарға тура килә икән һәм уларҙың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 30 мең километр тәшкил итә.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, ҡайһы бер райондарҙағы юлдар бөтөнләй ҙә тейешле нормативтарға тура килмәүе асыҡланған. Мәҫәлән, Күгәрсен районындағы юлдарҙың 86 проценты тейешле нормативтарға тура килмәй. Шулай уҡ, белгестәр тикшереүенсә, юлдарҙағы иң күп соҡорҙар Өфө һәм Нефтекамала икән.
Ағымдағы йылда юлдарҙағы ремонт эштәре өсөн барыһы 7,5 млрд һум тотоноласаҡ. Күбеһенсә Стәрлетамаҡ, Өфө,Благовещен һәм Бөрө ҡалаларындағы юлдар ремонтланасаҡ.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас